+8 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Ноябрь 2021, 19:18

Ҡазанда Мостай Кәрим исемендәге яңы урамда рәсем конкурсы еңеүселәре бүләкләнде

Мостай Кәрим әҫәрҙәре буйынса балалар рәсеме конкурсын “Залесный” мәҙәни үҙәгенең "Акварель" һынлы сәнғәт студияһы әҙиптең тыуыуына 102 йыл тулыуға арнап үткәрҙе.

Ҡазанда Мостай Кәрим исемендәге яңы урамда рәсем конкурсы еңеүселәре бүләкләнде
Ҡазанда Мостай Кәрим исемендәге яңы урамда рәсем конкурсы еңеүселәре бүләкләнде

 Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Ҡазан ҡалаһының Мостай Кәрим хөрмәтенә аталған яңы урамда уҙҙы.

Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр М. Кәрим исемендәге фонд тарафынан тапшырылды.

Был яңы урам Ҡазандың әүҙем төҙөлгән “Салауат күпере” микрорайонында “Залесный” мәҙәни үҙәге янында урынлашҡан. “Беҙ ҡалабыҙҙа башҡорт халҡының бөйөк улы Мостай Кәрим хөрмәтенә аталған урам булыуы менән ғорурланабыҙ. Бәйгегә әҙерлек барышында балалар бөйөк шағирҙың әҫәрҙәре менән танышты, китаптарын уҡыны, әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған фильмдарҙы ҡараны. Киләсәктә йәш рәссамдарҙың тематик күргәҙмәһен әҙерләү планлаштырыла”, - ти үҙәк хеҙмәткәрҙәре.

 

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: