+19 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Ноябрь 2021, 22:17

Башҡортостан хоккейсы ҡыҙҙары көмөш миҙал яуланы

Кисә Түбәнге Новгород өлкәһендә 18 йәшкә тиклемге үҫмер ҡыҙҙар араһында хоккей буйынса Рәсәй Беренселегенең беренсе этабы тамамланды. Башҡортостан 2-се урын яуланы.

Башҡортостан хоккейсы  ҡыҙҙары көмөш миҙал яуланы
Башҡортостан хоккейсы ҡыҙҙары көмөш миҙал яуланы

Беҙҙең спортсылар үткәрелгән һигеҙ матчтың  алты осрашыуында еңеп, 19 мәрәй йыйҙы. Беренсе урынды Мәскәү, өсөнсөнө  Түбәнге Новгород өлкәһе йыйылма командалары алды.

Ярыштарҙың иң яҡшы бомбардиры тип Башҡортостан командаһы форварды Ксения Тюрина танылды, ул 22 мәрәй йыйҙы. Һаҡсылар араһында БР йыйылма командаһы хоккейсыһы Анна Свиридова 21 (7+14) мәрәй йыйҙы.

Башҡортостан спорт министрлығы матбуғаты хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, республика йыйылмаһы командаһына Өфөнөң "Ағиҙел" клубы хоккейсы ҡыҙҙары инде.

Фото: башинформ.

 

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: