Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Мәскәүҙә Ҡунаҡ һарайында Рәсәй Федерацияһы Ижтимағи палатаһы тарафынан ойошторолған “Минең проект – минең илемә!” проекттары еңеүселәрен ҡотлау сараһы уҙҙы.
“Милләт-ара татыулыҡ” номинацияһында Башҡортостандан Азамат Таһиров “Мигрант балалар өсөн “Үҙгәреш” адаптация мәктәбе” проекты менән еңеп сыҡты.
- Ситтән килгән балалар өсөн ҡаралған был яңы урынға күнегеү, яраҡлашыу проекты Өфө биләмәһендә был йәйҙә ғәмәлгә ашырылды. Проект сиктәрендә 40-тан артыҡ бала һәм уларҙың әсә-атаһы мәктәпкә әҙерлек үтте. Улар барыһы ла Афғанстан, Вьетнам, Тажикстан һәм Сүриәнән килгәйне. Проект тамамланғандан һуң беҙ конкурсҡа ғариза бирҙек, - ти Азамат Вил улы.