Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Ноябрь 2021, 10:07

Йүткереүҙән биш дауа

Балаларҙың ауырыуҙарға тиҙ бирешеп бара торған миҙгеле хәҙер. Дарыуҙар менән организмына бик зыян да килтерге килмәй. Ауырыуҙың тәүге билдәләре күренә башлау менән, түбәндәге тәмле рецептарҙы ҡулланырға тәҡдим итәбеҙ. Йүткереүҙән файҙаһы ла булыр, иммунитетты ла күтәрер. 

Йүткереүҙән биш дауа
Йүткереүҙән биш дауа

1. Күптәребеҙ көҙөн емештәрҙе ҡышҡылыҡҡа киптереп ҡуя. Йүткергәндә, температура булғанда киптерелгән грушанан эшләнгән компот ҙур ярҙамсы. 1 стакан кипкән грушаны яҡшы итеп ваҡлап, 500 мл һыу ҡойорға һәм 20 мин бешереп алырға. Йылы әйбергә урап, 4 сәғәткә ултыртып ҡуйырға. Йылы килеш 100 миллилитрлап, ашағанға тиклем эсергә.

2. Бешкән ике бананды иҙеп, өҫтөнә 200 мл ҡайнар һыу йә һөт ҡойорға һәм 10 минут ҡайнатырға. Һөҙөргә һәм бал ҡушырға. Йылы килеш эсергә.

3. Был рецепт ҡоро йүткергәндә һәйбәт. 10 финик емешенә 500 мл һыу ҡойорға һәм 30 минут ҡайнатырға. Һөҙөргә. Йылы килеш эсергә. 6-7 финикты 200 мл һөттә ҡайнатһаң, тағы ла яҡшыраҡ.

4. 1 алма, 1 һуған, 1 кишерҙе ҡырғыста ҡырырға. 2 аш ҡалағы бал һалып, яҡшылап бутарға. Балаларға 4-5 тапҡыр берәр балғалаҡлап ашатырға.

5. 2 аш ҡалағы ҡырылған алма, 2 аш ҡалағы бал, 1 аш ҡалағы ҡырылған һуғанды яҡшылап болғарға, көнөнә 5-7 тапҡыр берәр балғалаҡлап бирергә.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: