+19 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Ноябрь 2021, 16:00

Башҡортостан аҙыҡтарын бергә һайлайыҡ!

Төбәк аҙыҡ-түлек брендтарының «РӘСӘЙ ТӘМДӘРЕ» милли конкурсы тамамланыуға 4 көн ҡалды! 20 октябрҙән 7 ноябргә тиклем Рәсәй төбәктәрендә йәшәүселәр брендта ҡатнашҡан өс яратҡан аҙыҡҡа тауыш бирә ала. Бының өсөн https://russiantastes.ru/ сайтына үтәйек һәм исемлектән “Башҡортостан Республикаһы” бүлеген табып, үҙебеҙҙең милли аҙыҡтарыбыҙҙы һайлайыҡ.

Башҡортостан аҙыҡтарын бергә һайлайыҡ!
Башҡортостан аҙыҡтарын бергә һайлайыҡ!

Кнкурста Башҡортостандан 15 милли аҙығыбыҙ күрһәтелгән: Башҡорт өсмөйөшө, Башҡорт талҡаны, Башҡортостандан оҫталар шоколады, Башҡорт соусы, Башҡортостандан ҡаҡланған страус ите, Башҡорт ҡымыҙы, Башҡорт алкоголһеҙ балы, Бөрйән солоҡ балы, Федоровка ҡаҙы, оҙаҡ ваҡыт тотолған Башҡорт сыры, Башҡорт сей килеш ҡаҡланған ҡаҙыһы, Башҡорт ҡорото, Башҡорт баллы сыры, «Ҡорғаҙаҡ» минераль һыуы һәм, әлбиттә, Башҡорт балы. 

Әле "Башҡорт өсмөйөшө" алдынғылыҡта бара, шулай ҙа ул дөйөм Рәсәй рейтингыһының тәүге 100 исемлегенә лә инмәгән.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: