"Берҙәмлек" төшөнсәһе халҡыбыҙға элек-электән хас сифат ул. Берҙәмлек, татыулыҡ күп кенә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға, дошмандарға ҡаршы торорға ярҙам иткән, илебеҙҙең тыныслығына килтергән. Беҙ, илебеҙҙең тарихи үткәнен, ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығын онотмаҫҡа, хөрмәт итергә һәм төрлө милләт кешеләре - барыбыҙ ҙа тыныс, матур тормошта, Башҡортостаныбыҙҙа дуҫ-татыу йәшәргә тейеш икәнебеҙҙе балаларға аңлатырға тейешбеҙ.
Шул маҡсаттан "Еләккәй" төркөмөндә балаларға мауыҡтырғыс әңгәмәләр, уйындар үткәрҙек. Һәм беҙҙең алдыбыҙҙа башҡа милләттәрҙе хөрмәт итеү һәм берҙәм йәшәүҙең мөһимлеге, Тыуған илебеҙ - ғәзиз Башҡортостаныбыҙ һәм дөйөм өйөбөҙ булған, ҙур Ватаныбыҙ - бөйөк Рәсәйгә ҡарата һөйөү тойғоһо тәрбиәләү маҡсаты торҙо. Балалар уйындарҙа, әңгәмәләрҙә ихлас күңелдән ҡатнашып үҙҙәренә ҙур белем, фәһем алдылар.