+8 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Ноябрь 2021, 10:42

Балаларға ярҙамға

Мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында пластик ҡапҡастарҙы балалар ҙа ихлас йыя. Йыйылған был ҡапҡастар яңынан эшкәртелеп, икенсе ғүмер аласаҡ, ауырыу балалар өсөн хеҙмәт итәсәк.

Балаларға ярҙамға
Балаларға ярҙамға

Мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында пластик ҡапҡастарҙы балалар ҙа ихлас йыя. Республика буйынса 500-ҙән артыҡ йыйыу пункты "йөрәк"урынлаштырылған. Йыйылған был ҡапҡастар яңынан эшкәртелеп, икенсе ғүмер аласаҡ. Дүрт мең килограмдар артыҡ ҡапҡас эшкәртелгән дә инде. Алынған аҡсаға паллиатив бүлектең пациенттары өсөн алты ходунок, балалар ятҡан палаталарға биш коллектор-йылытыу яйланмаһы һатып алынған, ковид-госпиталдең бәләкәй пациенттарына тәмле күстәнәстәр бүләк ителгән һәм урам тамашаһы ойошторолған.

Үҙәк баҙарҙағы "йөрәк"тән әле экоактивистар 250 меңдән ашыу ҡапҡасты яңынан эшкәртеүгә ебәрҙе. Барлығы 11 ҡапсыҡ сеймал сыҡҡан, улар ҙа эшкәртелеүгә ебәреләсәк.

Сығанаҡ: BASH.news

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: