Коронавирус инфекцияһының таралыуына бәйле ҡатмарлы хәл килеп тыуғанлыҡтан, киләһе аҙна ял тип иғлан ителде. Был көндәрҙә баҡсаларында дежур төркөмдәр ойошторола.
Әгәр баланы дежур төркөмдә ҡалдырырға кәрәк икән, ата-әсә балалар баҡсаһы етәкселегенә мөрәжәғәт итергә тейеш. Өҫтәмә мәғлүмәтте ҡаланың мәғариф идаралығында йәки район мәғариф бүлектәрендә алырға мөмкин.
Мәктәптәргә килгәндә, уҡыусыларҙың 29 октябрҙән 7 ноябргә тиклем көҙгө каникул. Был көндәрҙә колледж студенттары ла уҡымай. Юғары уҡыу йорттары дәрестәрҙе дистанцион режимда үткәрә ала.
Эшләмәгән көндәрҙә күберәк ғаилә менән булығыҙ, йәмәғәт урындарына барыуҙан тыйылып тороғоҙ, шулай уҡ прививка яһатырға кәрәклеген онотмағыҙ.