Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә башҡорт телен, мәҙәниәтен популярлашытырыу һәм башҡорт халҡы тарихын өйрәнеү маҡсатында ағымдағы йылдың октябрь-ноябрь айҙарында республикала Башҡорт мәҙәниәте һәм тарихы фестивале үтә. Ижади хәрәкәт Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең һәм Нефтекама дәүләт филармонияһының профессиональ артистарының республика ҡалалары һәм райондары буйлап ойошторолған гастролдәренән тора. Унан тыш урындарҙа ла был сараға әүҙем әҙерләнәләр, башҡорт халҡының көнкүрешенә, тарихына бәйле тематик күргәҙмәләр, стендтар әҙерләйҙәр.
Кисә сәтрлетамаҡтар Бәләбәй тамашасылары алдында сығыш яһаған.
Башҡорт мәҙәниәте һәм тарихы фестивале үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә лә мөһим роль уйнай, тарихҡа һәм мәҙәниәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килә, быуындар күсәгилешлеге һаҡлана.
Тамашасы, Бәләбәй башҡорт гимназияһы директоры Дилбәр Фәтхетдинова:
– Быйыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Башҡорт тарихы йылы иғлан ителде. Уның сиктәрендә районда, беҙҙең башҡорт гимназияһында бик күп эштәр атҡарылды. Әйткәндәй, уҙған аҙнала ғына беҙ Кесе балалар ҡоролтайын үткәрҙек. Сараға районыбыҙҙың бөтә башҡорт теле уҡтыусылары килде, мәртәбә өҫтәп, район хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев тә ҡатнашты. Беҙҙең гимназияла яҡын тирәләге ун райондан 800-ҙән ашыу бала белем ала. Бәләбәй районы һәм ҡалаһынан тыш, Бишбүләк, Миәкә, Әлшәй, Туймазы, Йәрмәкәй, Бүздәк, Дәүләкән, Шишмә райондары балаларына белем бирәбеҙ. Татарстан Республикаһының Әлмәт ҡалаһынан да килеп уҡыусылар бар. Ҡоролтай бөтәһенә лә бик оҡшаны. Ә инде бәләкәй күңелдәргә беҙ һалған рухи тәрбиә ошондай ҙур тамашаларҙа нығына. Беҙ үҙебеҙгә алмашҡа илһөйәр, телһөйәр, мәҙәниәтебеҙ, тарихыбыҙға ихтирамлы балалар тәрбиәләйбеҙ...