+4 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Октябрь 2021, 14:08

Диктант яҙыуҙа ҡатнашайыҡ!

3–7 ноябрҙә “Халыҡтар күп – илебеҙ берәү!” тигән лозунг аҫтында алтынсы тапҡыр “Ҙур этнографик диктант” халыҡ-ара мәғрифәт акцияһы үткәрелә. Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә бағышланған диктант www.miretno.ru сайтында онлайн тәртиптә яҙыла.

Диктант яҙыуҙа ҡатнашайыҡ!
Диктант яҙыуҙа ҡатнашайыҡ!

Маҡсаты - кешеләрҙә үҙ халҡының тамырҙарын, ата-бабаларының ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, башҡа халыҡтар тураһында ла күберәк белергә саҡырыу.

Диктантта Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә йәшәгән һәр кем ҡатнаша ала. Диктант эштәре - рус, инглиз, испан телдәрендә. Улар 2021 йылдың 3 ноябрендә 00.01 сәғәттә (Мәскәү ваҡыты) "Ҙур этнографик диктант”тың рәсми сайтында (www.miretno.ru) баҫыласаҡ. Был эштәр текст рәүешендә рәсмиләштерелгән һәм диктантта ҡатнашҡан һәр кем өсөн дөйөм федераль (20 һорау), Рәсәй Федерацияһының һәр төбәге өсөн төбәк өлөштәрҙән (10 һорау) тора. Сит илдә йәшәүселәр өсөн айырым утыҙ һорау буласаҡ.

Барлыҡ эштәрҙе башҡарған өсөн ҡуйыласаҡ максималь балл – 100. Диктантты үткәреү ваҡыты – 45 минут. Ошо ваҡыт үткәс, эштәрҙе башҡаса башҡарып булмаясаҡ. Ҡатнашҡан кешенең эш һөҙөмтәләре күрһәтелгән электрон сертификат электрон почтаға ебәрелә.

"Ҙур этнографик диктант”ты Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ ойоштора.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: