+13 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Октябрь 2021, 20:31

Ҡымыҙҙы киптерергә лә өйрәндек...

Радий Хәбиров - ҡымыҙ тураһында

Ҡымыҙҙы киптерергә лә өйрәндек...
Ҡымыҙҙы киптерергә лә өйрәндек...

Ҡымыҙҙы кемдер ярата, кемдер – юҡ, ә миңә ул оҡшай. Уның тураһында беренсе булып грек ғалимы Геродот һөйләп ҡалдырған. Скифтар һыу сығанаҡтарынан алыҫта сәйәхәт иткәндә, ҡымыҙ менән һыуһындарын баҫа, тигән ул.

Ҡымыҙҙың файҙалы булыуында шик юҡ, хәҙер уны һаҡларға ла өйрәндек. Баймаҡ районында урынлашҡан “Экопродукт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – һөт киптереүҙә махсуслашҡан илдәге берҙән-бер предприятие.

Кипкән ҡымыҙҙы теләп һатып алалар, шуға ла предприяте ҡымыҙ етештереүҙе киңәйтергә уйлай. Ошо көндәрҙә төҙөлөшкә старт бирелде. Баймаҡ предприятиеһы тәүлегенә 200 литрға тиклем продукция эшкәртергә һәләтле. Хәҙер эшҡыуарҙар был һанды ике мең литрға тиклем еткермәксе.

Быйыл Баймаҡ районында эш сәфәре менән Төркиә делегицияһы булып китте. Уларҙы барыһынан да нығыраҡ кипкән бейә һөтө менән ҡымыҙ ҡыҙыҡһындырҙы. Уларға беҙҙең продукция бик оҡшаны. Төҙөлөш менән бергә йүнселдәр продукцияны сит илгә һатыр өсөн халыҡ-ара сертификат юллау менән мәшғүл.

Әле Баймаҡта юғары квалификациялы 10 белгес эшләй. Етештереү ҡеүәтен арттырыу һәм экспортҡа тауар сығарыу перспективаһы компанияның һәм райондың үҫешенә өҫтәмә этәргес буласаҡ.  

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: