+15 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Октябрь 2021, 20:43

Өфө балалар баҡсаларында ашауға түләү арта

Ул күпмегә күтәрелер? 

Өфө балалар баҡсаларында ашауға түләү арта
Өфө балалар баҡсаларында ашауға түләү арта

2021 йылдың 1 ноябренән Өфөнөң балалар баҡсаларында ата-әсә түләүе күләме 25 һумға арттырыла. Хәҙер ул 151 һум була. Балалар баҡсаһына 21 көн йөрөгән өсөн түләү 3171 һумға барып баҫа. Был турала Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Ата-әсәләргә иһә ата-әсә түләүенә компенсация бирелә. Бер балаға 20 процент — 349,83 һум, икенсеһенә — 50 процент — 874,58 һум, өсөнсөһөнә һәм артабанғыларына 70 процент 1224, 41 һум була.

Инвалид балаларҙың ата-әсәләре, етем балаларҙың законлы вәкилдәре ата-әсә түләүенән азат ителә. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә 50 процент күләмендә льгота бирелә.

Менюҙа хаҡ айырмаһына үҙгәрештәр индерелергә тейеш. Өҫтәмә рәүештә компот, кисель, һуттар, емеш-еләк индерелә — аҙнаһына ике тапҡырҙан да кәм түгел.

«Ата-әсә түләүен арттырыу төп туҡланыу продукттарына хаҡтарҙың 2017 йыл менән сағыштырғанда уртаса 40,5 % күтәрелеүенә бәйле. Балаларҙы ҡараған өсөн хаҡ күләме 2017 йылдан бирле арттырылманы», — тип хәбәр иттеләр Өфө мэрияһынан.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

Фото Интернеттан.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: