“Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов, Рәшит Назаров, Тимер Йосопов, Рауил Бикбай, Абдулхаҡ Игебаев.... Үҙҙәре күптән инде баҡыйлыҡҡа күсһәләр ҙә уларҙың тауыштары Башҡортостан радиоһының «Алтын фондында» ҡәҙерләп һаҡлана. Фондтағы тапршырыуҙарҙы тыңлай башлау менән тән эҫеле-һыуыҡлы булып китә, баштан йөҙ фекер үтә. Нәҡ ошо бөйөк шәхестәр республика һулышын шиғри юлдарға һалған, «күкрәктәрен йыртып асып, йөрәктәрен тартып алып, дуҫтарына, халҡына илткән». Улар әйткән һүҙҙәр төйәгебеҙ тарихына нағышлап яҙылған. Ошондай шәхестәре булған милләт бөйөк халыҡ, мәшһүр халыҡ.
Шиғриәт көнөндә «Ашҡаҙар» радиоһы студияһынан тыңлаусыларҙың һорауҙарына яратҡан шағирҙарыбыҙ Хисмәтулла Юлдашев менән Тамара Искәндәриә яуап бирәсәк. Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Ҡәҙим Аралбаев, Факиһа Туғыҙбаева, Марат Кәримов, Тамара Ғәниева, Рәшит Шәкүр, Гөлфиә Йоносова, Хәсән Назар ҙа эфир тулҡындарына сығасаҡ”, - тип хәбәр итәләр радионан.