+4 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Октябрь 2021, 12:35

"Аҡбуҙат" журналы - Ҡошсо башҡорт ырыуы кескәйҙәре менән осрашты

Бөгөн Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ балалар китапханаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған ырыуҙар йыйыны, "Аҡбуҙат" журналының 30 йыллығы уңайынан район уҡыусылары менән осрашыу булды.

"Аҡбуҙат" журналы - Ҡошсо башҡорт ырыуы кескәйҙәре менән осрашты
"Аҡбуҙат" журналы - Ҡошсо башҡорт ырыуы кескәйҙәре менән осрашты

Ҡошсолар Урта Азиялағы боронғо төрки ҡәбиләһенән сыҡҡан тип иҫәпләнә. Беҙҙең эраның 1-се мең йыллығында төркиҙәр менән көнбайышҡа яуҙарҙа ҡатнашҡандар. XII быуатта монголдарҙың дурбан (дыуан) ҡәбиләһе тарафынан буйһондоролған. XIII — XIV быуаттарҙа бөткөһөҙ яуҙарҙа ҡатнашыу һәм күсеп йөрөү арҡаһында төрлө халыҡтар араһына инеп китеп таралалар. Шул иҫәптән башҡорттар араһына ла. Тәү башлап Волга (Иҙел) ҡушылдыҡтары Һамар һәм Мәләкәҫ йылғалары буйында урынлашҡандар. Һуңғараҡ Ыҡ тамағына, артабан Башҡортостандың төньяғына һәм Әй йылғаһы буйҙарына килеп төпләнгәндәр.

Бөгөн Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ балалар китапханаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған ырыуҙар йыйыны, "Аҡбуҙат" журналының 30 йыллығы уңайынан осрашыу район укыусылары менән осрашыу булды. Борон замандарҙан был ерҙәрҙә Ҡошсо ырыуы башҡорттары йәшәгән. Улар республикабыҙҙың күп райондарында көн итә: Мәсетле, Балаҡатай, Салауат һәм Силәбе, Свердловск өлкәләрендә лә йәшәйҙәр. Сара китапхана менән танышыуҙан башланды. Беҙҙең менән күрешергә төбәктең Иҫке Мишәр, Яуыш, Оло Ыҡтамаҡ мәктәптәренән 1-се - 4-се класс уҡыусылары йыйылғайны. Осрашыуҙа баҫманың баш мөхәррире Лариса Абдуллина уҡыусыларға ошо төбәктән сыҡҡан шәхестәр эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Филология фәндәре докторы Нәжибә Мәҡсүтова, биология фәндәре докторы Рафаҡ Ғиниәтуллин, техник фәндәр докторы Юлай Байрамғолов, данлыҡлы ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов - ошо ырыу шәхестәре. Ҡошсо ырыуының ағасы - муйыл. Балалар баҫманың художество мөхәррире Майя Ҡәйүмова менән бергә ырыу ҡошон төшөрҙө. Берәүҙәр уны аҡҡош ти, икенселәр ыласын тип иҫәпләй. Бөгөн беҙ аҡҡош төшөрҙөк. Еңеүсе һүрәт авторы - 4-се класс уҡыусыһы В Арина Йомаҙилова һүрәте. Лауреат исеменә Гөлназ Зәбихуллина, Эвелина Мөбәрәкшина, Эльмир Йыһаншин, Зарина Такиева, Елена Мусина, Илүзә Сабирова лайыҡ булды. Район мәктәптәрендә башҡорт теле туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнелә. Балалар Башҡортостан тарихы, шәхестәр буйынса һорауҙарға ихлас яуап бирҙе. Шәжәрәһен өйрәнеүселәр ҙә бар. Ырыуҙың батыры Салауат Юлаевтың яуҙашы - Ишмән Итҡолов. Уның тураһында "Аҡбуҙат" журналының октябрь һанында ошо район шәхесе, С. Юлаев премияһы лауреаты Ринат Камалдың мәҡәләһе баҫылды. Ана шулай укыусылар халҡы шәхестәре рухында, миҫалында үҫеүе бик мөһим. Башҡортостан Башлығы грантына төшөрөлгән " Урал батыр" йәнһүрәтте лә балалар ҡыҙыҡһынып ҡараны.

"Аҡбуҙат" журналы - Ҡошсо башҡорт ырыуы кескәйҙәре менән осрашты
"Аҡбуҙат" журналы - Ҡошсо башҡорт ырыуы кескәйҙәре менән осрашты
"Аҡбуҙат" журналы - Ҡошсо башҡорт ырыуы кескәйҙәре менән осрашты
"Аҡбуҙат" журналы - Ҡошсо башҡорт ырыуы кескәйҙәре менән осрашты
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: