+4 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Октябрь 2021, 22:14

"Онотолмаҫ осрашыуҙар"ҙа - Ринат Рамаҙанов

Республиканың "Ашҡаҙар" радиоһы Башҡортостандың Ә. З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана менән берлектә "Онотолмаҫ осрашыуҙар" проекты сиктәрендә осрашыуҙар уҙғарып тора. Был юлы ҡунаҡҡа Республиканың атҡаҙанған артисы, ҡурайсы, "Арғымаҡ" төркөмөнөң етәксеһе Ринат Рамаҙанов килде. 

"Онотолмаҫ осрашыуҙар"ҙа - Ринат Рамаҙанов
"Онотолмаҫ осрашыуҙар"ҙа - Ринат Рамаҙанов

Сара ҡунаҡтары Ринат Рамаҙановтың тарихты, халыҡтың ауыҙ-тел ижадын, бик күп шиғырҙарҙы ятҡа белеүе һоҡландырҙы. Өләсәһе Сәлимәгә арнап ҡурайҙа "Сәлимәкәй" көйөн уйнап ишеттерҙе. Абдулҡадыр Инан һүҙҙәренә Ғәлимәйән Таған яҙған Вәлиди йырын да ихлас ҡабул иттеләр. 

 

Ринат Рамаҙанов Мәләүез ҡалаһынан. Көй-моңға бәләкәй сағынан тартылған. Тәрилкә, кәстрүлдәрҙе музыка ҡоралы итеп, үҙенсә көйҙәр сығарып, ҡаҡҡыслап-һуҡҡыслап ултырған. "Ҡарауанһарай" ансамбле концерттарын айырыуса иғтибар менән ҡарай ул. Рәсүл Ҡарабулатов кеүек ҡурайҙа уйнарға хыяллана. Төркөмдөң үтә популяр сағы була ул мәлдә. Йәне теләгән - йылан ите ашаған - 6-сы класта уҡығанда ҡурайҙа уйнарға өйрәнә. 

Дингә лә бик иртә килә Ринат. Тәүге доғаны өс йәшендә үк ятлап ала. 

Ғаиләлә ике бала тәрбиәләйҙәр, өсөнсөһөн көтәләр. Балаларын "Урал батыр" эпосын һөйләп йоҡлата. 

"Арғымаҡ"тың тәүге репетицияһы 2009 йылда була. Беренсе концерттарын 2011 йылдың йәйендә "Нефтселәр" мәҙәниәт һарайында ҡуялар. Төркөм этно-рок йүнәлешен үҙ итә.Шулай ҙа репертуарҙарында регги, диско, кантри, латин көйҙәре, мөнәжәт, фольклор, көнсығыш ритмдары, африка моңдары бар. 

"Онотолмаҫ осрашыуҙар"ҙа - Ринат Рамаҙанов
"Онотолмаҫ осрашыуҙар"ҙа - Ринат Рамаҙанов
"Онотолмаҫ осрашыуҙар"ҙа - Ринат Рамаҙанов
"Онотолмаҫ осрашыуҙар"ҙа - Ринат Рамаҙанов
"Онотолмаҫ осрашыуҙар"ҙа - Ринат Рамаҙанов
"Онотолмаҫ осрашыуҙар"ҙа - Ринат Рамаҙанов
"Онотолмаҫ осрашыуҙар"ҙа - Ринат Рамаҙанов
"Онотолмаҫ осрашыуҙар"ҙа - Ринат Рамаҙанов
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: