28 октябрҙә, Өләсәйҙәр һәм олатайҙар көнөндә, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәрлек” проекты сиктәрендә “Ололар хаҡында хәстәрлек күреү” акцияһы старт ала. Халыҡ университеты базаһында( Коммунистик урамы, 39) урынлашҡан был пункта 65 йәштән өлкәндәр коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһата аласаҡ. Бындай үҙәктәр башҡа район-ҡалаларҙа ла ойоштороласаҡ. Акция һәр кесаҙна уҙа, киләһе көн 4 ноябргә Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә тура килә.
Прививка яһатырға яҙылыу өсөн “Берҙәм Рәсәй”ҙең колл-үҙәгенә эш көндәрендә 9-ҙан 6-ға тиклем бушлай 8-800-289-03 номеры буйынса шылтыратырға мөмкин.