+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Октябрь 2021, 21:11

Башҡортостанда балалар электричкала ташламалы хаҡҡа йөрөйәсәк

Был хаҡта Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров белдерҙе.

Башҡортостанда балалар электричкала ташламалы хаҡҡа йөрөйәсәк
Башҡортостанда балалар электричкала ташламалы хаҡҡа йөрөйәсәк

Пенсионерҙар, хеҙмәт ветерандары, сәйәси репрессия ҡорбандары, студенттар һәм мәктәп уҡыусылары был льгота менән файҙалана ине, хәҙер уны 5 йәштән 7 йәшкә тиклемге балалар өсөн дә кертергә тәҡдим ителде.


Республиканың трнаспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев билдәләп үтеүенсә, йыл һайын ҡала яны тимер юл транспорты шундай йәштәге 3 меңгә яҡын баланы йөрөтә. Ошоға тиклем балаларға ташлама тулы билет хаҡының 25 процентын тәшкил итһә, әле 75 процент күләмендәге ташлама кертергә тәҡдим ителә. Был маҡсаттарға йыл һайын республика бюджетынан 2,5 млн. һум бүленәсәк.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: