+8 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Октябрь 2021, 09:20

Балаларҙы хәстәрләп

"Атайсал" проекты ауыл мәктәптәрендә уҡыу сифатын яҡшырта. 

Балаларҙы хәстәрләп
Балаларҙы хәстәрләп

“Атайсал” проекты республика етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы менән бойомға ашырыла. Был проект сиктәрендә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Вадим Соколов үҙе тыуып-үҫкән кесе Ватанына – Саҡмағош районына ярҙам ҡулы һуҙа.

Вадим Васильевичтың тырышлығы менән 13 проект бойомға ашырылып килә, улар араһында балаларҙың киләсәген хәстәрләгәндәре лә бар: Йомаш урта мәктәбенә һанлы лаборатория һәм микроскоп алынған1-се һанлы урта мәктәптең, Ҡалмашбаш урта мәктәптәренең ашханаһына кәрәк-яраҡ килтерелгән, “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” акцияһы булдырылған.

Рәпәт ауылы балаларына һанлы лабораторияның булдырылыуы айырыуса шатлыҡ өҫтәгән.

“Хәҙер беҙ компьютерлаштырылған эксперименттар үткәрә алабыҙ. Был тәбиғи фәндәрҙе өйрәнеүҙең мөһим өлөшө. Эксперименттар, һынауҙар үткәрмәйенсә тәбиғәтте өйрәнеү мөмкин түгел”, - ти Рәпәт урта мәктәбе директоры Гөлшат Хөсәйенова.

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: