+9 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Октябрь 2021, 23:29

Бәләкәй балаларҙың коронавирус менән сирләү осраҡтары йышая

Коронавирустың өсөнсө тулҡыны алдағыларынан балаларҙың йышыраҡ сирләүе менән айырылып тора. Әгәр элек ковид билдәһеҙ рәүештә үтһә, хәҙер ауырыу ваҡытында респиратор билдәләр, эсәк ауырыуҙары барлыҡҡа килергә мөмкин, ә ҡайһы берҙә кескенә пациент реанимацияға ла эләгә.

Бәләкәй балаларҙың коронавирус менән сирләү осраҡтары йышая
Бәләкәй балаларҙың коронавирус менән сирләү осраҡтары йышая

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, хәҙерге ваҡытта республиканың йоғошло госпиталдәрендә коронавирус раҫланған 114 бала дауалана. Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауханаһында – 66, ашығыс медицина ярҙамы дуаханаһында – 37, 17-се балалар дауаханаһында – 11. Амбулатор дауалауҙа квота менән 1574 бала дауалана.

“Инфекция төрлө кешелә төрлөсә үтә, - ти Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының йоғошло ауырыуҙар бүлеге мөдире Әлиә Ҡотдосова. - Сәләмәттәр ҙә, шулай уҡ шәкәр диабеты, беренсел, икенсел иммунодефициттар, ДЦП, тын алыу юлдары ауырыуҙары булған балалар ҙа килә. Әлбиттә, уларға иғтибар бик етди, ләкин хроник ауырыулы балалар мәжбүри рәүештә реанимация бүлегенә ебәрелә тигән һүҙ түгел. Барыһы ла индивидуаль. Ауырыуҙың дауамы ла төрлө: кемдәлер – урта ауырлыҡта, кемдәлер ауыр формала – балала температура юғары, интоксикация булғанда, пневмония үҫешә һәм кислород ярҙамы талап ителә. Әйтәйек, республиканың бер районынан үпкәләргә яһалма вентиляция яһау аппаратына тоташтырылған бер айлыҡ сабый килде. Ғаиләлә инде коронавирус менән ауырығандар булған икән, әммә әсәһе, баланың ОРВИ симптомдарын күреп, артыҡ әһәмиәт бирмәгән. Бала тын ала алмай башлағас ҡына дауаханаға мөрәжәғәт итәләр, ә сабыйға кислород ярҙамы кәрәк була. Ике көндән һуң уны реанимобилдә алып киделәр, унда коронавирус раҫланды, пневмония барлыҡҡа килде. Бер нисә көндән һуң беҙ уны аппараттан алып сыға алдыҡ, һуңынан бала терелде. Бер нисә көндән һуң беҙ уны аппараттан алып сыға алдыҡ, бала терелде. Шуға күрә беҙ ата-әсәләрҙе баларҙың ОРВИ билдәләренә иғтибар итергә саҡырабыҙ. Коронавирустың беренсе билдәләре – температураның күтәрелеүе, коньюктивит, ҡоҫоу, эс китеү булырға мөмкин. Әлбиттә, бындай хәлдәр булмаһын өсөн барлыҡ өлкәндәргә лә коронавирустан прививка яһатыу хәйерле. Бынан тыш, хәҙер коронавирусҡа киҫкен респиратор инфекциялар ҙа ҡушыла, алда – грипп сезоны. Бында ла үҙ-үҙеңде һәм баланы вакцина менән яҡлау һөҙөмтәлерәк. Сөнки вирустарҙың миксы – теләһә ҡайһы организм, бигерәк тә балалар өсөн ҙур ауырлыҡ тыуҙыра. Гриппҡа ҡаршы вакцинаны мәктәп йәшенән башлап ҡуйырға мөмкин”.

Яңы тыуған балаларҙа коронавирус йоҡтороу осраҡтары йышайыу сәбәпле, Өфөнөң 17-се клиник балалар дауаханаһы базаһында сабыйҙар өсөн йоғошло ауырыуҙар госпитале асылды. Хәҙерге ваҡытта бүлектә яңы тыуған 11 бала бар, уларҙың икеһе үпкәгә яһалма вентиляция яһау аппараттарына тоташтырылған.  

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: