Саралар теҙмәһе балаларҙы юл-транспорт зыянынан һаҡлау маҡсаты менән ойошторолған.
Быйыл 9 ай эсендә Башҡортостан юлдарында балалар ҡатнашлығында 377 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Һөҙөмтәлә, 16 бала һәләк булған, 420-һе төрлө имгәнеү алған.
163 юл-транспорт ваҡиғаһында пассажир балалар зыян күргән, 14 бала һәләк булған, 198 бала имгәнгән.
Хәүефһеҙлек ҡайышы һәм махсус креслолар ҡулланмау һөҙөмтәһендә 8 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, был авариялар һөҙөмтәһендә ике бала һәләк булған.
Балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларына юл ҡуймау маҡсаты менән, ЮХХДи хеҙмәткәрҙәре бәлиғ булмағандар буйынса эш иткән инспекторҙар менән берлектә рейд саралары уҙғарасаҡ, ә белем биреү ойошмаларында уҡытыусылар уҡыусыларҙы тағы ла бер тапҡыр юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә өйрәтәсәк.
Балаларҙы транспорт сараларында алып йөрөүгә лә айырым иғтибар бүленәсәк – ҡайыш эләктерелгәнме, махсус кресло бармы – ошолар тикшереләсәк.
Республикалағы ҡырҡыу эпидемиологик хәл арҡаһында бар саралар онлайн тәртиптә үтә һәм ноябрҙә тамамлана.