Йәшел Башҡортостан" акцияһы сиктәрендә быйыл 2 миллиондан ашыу ағас үҫентеһе ултыртылған.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, "Йәшел Башҡортостан" акцияһында 80 мең кеше ҡатнашҡан.
Ағас ултыртырға ғаиләләре, балалар менән сығалар икән.
Республика етәксеһе уларҙың барыһына ла ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. "Бергә Башҡортостаныбыҙҙы тағы ла матурыраҡ һәм йәмлерәк итербеҙ", - ти Радий Хәбиров.