“Ҙур этнографик диктант” Халыҡ-ара мәғрифәтселек акцияһы быйыл алтынсы тапҡыр уҙа. “Халыҡтар күп – ил берәү” лозунгыһы аҫтында үткән сара 3 ноябрҙән алып 7 ноябргә тиклем дауам итәсәк.
Этнографик диктант онлайн тәртиптә, www.mirento.ru сайтында уҙа, һәм Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арнала.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, диктант Рәсәй халҡының этнографик белем кимәлен билдәләп кенә ҡалмай, киң йәмәғәтселектең иғтибарын милләт-ара дуҫлыҡҡа йәлеп итә.
Этнографик диктантта һәр теләүсе ҡатнаша ала.