«Роликтар өс өлөштән тора. Уның тәүге өлөшөндә ырыу йәшәгән ерҙәр, икенсеһендә – ырыу тарихынан ҡыҙыҡлы факттар тураһында бәйән ителә. Өсөнсө өлөш иһә ырыуҙың билдәле шәхестәре менән таныштыра. Ҙур, ҡеүәтле ырыуҙар тураһында мәғлүмәт күп, ә бәләкәйерәктәре тураһында – әҙерәк. Шуның өсөн дә 3-4 минутлыҡ ролик әҙерләү өсөн тарих китаптарын арыу уҡ аҡтарырға тура килде. Әлбиттә, билдәле тарихсыларыбыҙҙың хеҙмәттәренә таяндыҡ - тарих фәндәре докторы Рим Йәнғужин, тарих фәндәре кандидаттары Салауат Хәмиҙуллин, Юддаш Йосопов, Рәфил Аҫылғужин, Искәндәр Сәйетбатталов һәм башҡалар. Роликтарҙы «Ашҡаҙар» һәм «Юлдаш» радиостудияһы журналистары бергә эшләне. Ижад кешеләренең күҙе яна икән, тимәк, яҡшы материал килеп сығасаҡ. Шулай булды ла. Тауыш режиссерҙары Гөлйемеш Баязитова менән Рөстәм Ҡәҙерғолов роликтар матур яңғыраһын өсөн бар күңелен һалып эшләне, ти «Ашҡаҙар» радиоһының баш мөхәррире Гәүһәр Батталова.
«Ырыуың кем?» роликтарын «Ашкадар» радиоһында көн һайын 08.45, 16.45 и 14.15, 23.15 тыңларға мөмкин. Редакция телефоны: 8 (347) 461-482