+4 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Октябрь 2021, 15:22

Яңы мәҙәниәт усағы асылды

Ҡараяр ауыл мәҙәниәт йортонда ололар ғына түгел, балалар ҙа ваҡытын файҙалы, мауыҡтырғыс итеп үткәрә ала хәҙер. 

Яңы мәҙәниәт усағы асылды
Яңы мәҙәниәт усағы асылды

Бөгөн Ҡариҙел районында яңы күп функциялы мәҙәниәт йорто асылды.

Бина “Башнефть”  сығымдарына төҙөлгән.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, “Башнефть” хәйриәлек программаһы сиктәрендә һуңғы өс йыл эсендә генә республика буйынса 260 социаль объект төҙөүгә ирешкән.

Ҡараяр ауыл мәҙәниәт йортонда ололар ғына түгел, балалар ҙа ваҡытын файҙалы, мауыҡтырғыс итеп үткәрә ала, быға объекттың күп функциялы булыуы булышлыҡ итә.

“Ауыл өсөн мәҙәниәт йорто ҙур рол уйнай. Ул – тормош, ул ҡыҙыҡлы ваҡыт уҙғарыу мөмкинлеге, ул яңы эш урындары”- тип фекере менән бүлеште үҙенең сәхифәһендә республика етәксеһе.

Яңы мәҙәниәт усағы асылды
Яңы мәҙәниәт усағы асылды
Яңы мәҙәниәт усағы асылды
Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: