Балалар ҡуян образына ингән Ләйсән апайҙары менән матур - матур уйындар уйнаны, бейене, шул арала әллә күпме башҡортса яңы һүҙҙәр өйрәнде.
Йәйге ял сәләменең, өләсәй, олатай менән генә бәйләп торған мөхиттең ҡаланың уртаһында килеп сығыуына әсәйҙәр ҙә бик шатланды. Күҙҙәрендә осҡон балҡып киткән балалар тағы ла киләбеҙ, тип таралыштылар.
– Дуҫтар, осрашыуҙарға һеҙ ҙә ҡушыла алаһығыҙ! Ситтә ятып ҡалмағыҙ. Балаларығыҙҙы туған телдән, моңдан, рухтан айырмағыҙ! – ти сараны ойоштороусылар, сауаплы ла, яуаплы ла эш башҡарыусылар Ләйсән Сапрыкина һәм Роза Һатыбалова.
"Ҡоролтай" төркөмөнән.