+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Октябрь 2021, 11:08

"БЕҘ КЛАСС МЕНӘН "АҠБУҘАТ"ҠА ЯҘЫЛДЫҠ!"

Бик татыу һәм дуҫ икән Нуриман районы Иҫке Күл мәктәбенең 3-сө класс уҡыусылары.

"БЕҘ КЛАСС МЕНӘН "АҠБУҘАТ"ҠА ЯҘЫЛДЫҠ!"
"БЕҘ КЛАСС МЕНӘН "АҠБУҘАТ"ҠА ЯҘЫЛДЫҠ!"
Беҙ Нуриман районы Иҫке Күл мәктәбенең lll класында уҡыйбыҙ: һигеҙ малай һәм бер ҡыҙ. Дуҫ һәм татыу йәшәйбеҙ. Бейергә, йырларға яратабыҙ. Төрлө республика, район, мәктәп конкурстарында актив ҡатнашабыҙ, призлы урындар яулайбыҙ. Районыбыҙ буйлап сәйәхәт ҡылырға яратабыҙ.
Атай-әсәйҙәребе ҙә бик әүҙем. Улар ҙа үткәрелгән төрлө сараларҙа ҡатнашалар, беҙгә лә ярҙам итәләр.
Уҡыуҙа ла һынатмайбыҙ. Мин Эмиль, Мөхәммәд, Радим, Билал ll класты тик "5", ә Илнар, Асҡар, Ләйлә, Риф һәм Артём "4" һәм "5" билдәләренә тамамланыҡ. Уңыштарыбыҙҙың барыһында ла класс етәксебеҙ Фәнзилә Тимерғайнан ҡыҙының өлөшө бик ҙур. Уға бик рәхмәтлебеҙ.
Былтыр класс менән " Аманат" журналына яҙылған инек. Ә быйыл, "Аҡбуҙат" ҡунаҡҡа килгәс, класс менән был журналға яҙылырға булдыҡ. Быйыл беҙ "Шишмәләр" әҙәби түңәрәгенә йөрөй башланыҡ. Һеҙҙе үҙебеҙҙең һүрәттәребеҙ, шиғырҙарыбыҙ, әкиәттәребеҙ менән дә һөйөндөрөрбөҙ әле.
 Эмиль  ЗӘЙНУЛЛИН.
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: