+18 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Октябрь 2021, 13:50

242 мәктәп COVID - 19 карантинында әле

Башҡортостанда коронавирус менән сирләүселәрҙең һаны арта ғына әле. Балалар һәм үҫмерҙәр араһында ла ауырыу осраҡтары күп.

242 мәктәп карантинға киткән
242 мәктәп карантинға киткән

Республика буйынса бөгөнгө көндә COVID-19 арҡаһында 242 мәктәп карантинда, тип хәбәр итте бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республика буйынса “Роспотребнадзор” идаралығы етәксеһе Анна Казак.

“Мәктәптәрҙә һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеларында ауырыусылар һаны арта бара. Бөгөн 242 мәктәп карантинға ябылған, был 543 класс тигән һүҙ. Урта һөнәри белем биреү учреждениеларында ла хәлдәр ҡатмарлы, әле 222 ошондай уҡыу йортонда сир осраҡтары асыҡланған. Ауырығандарҙың һаны 5-әүҙән артһа, класс 14 көнгә карантинға - дистанцион уҡыуға ебәрелә", - тине ул.

Фото: "Башҡортостан уҡытыусыһы" сайтынан.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: