+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Октябрь 2021, 10:17

ИКМӘК ҠӘҘЕРЕ

16 октябрь - бөтә донъя Икмәк көнө. Ошоно иҫәптә тотоп, Бөрйән районы Килдеғол балалар баҡсаһындағы сираттағы бер көн нәҡ ил байлығына — икмәккә арналған, бай мәғлүмәтле асыҡ дәрес уҙғарылған.

ИКМӘК ҠӘҘЕРЕ
ИКМӘК ҠӘҘЕРЕ

Икмәк — ил байлығы, тиҙәр. Был ысынлап та шулай. Кешене туйындырып тороусы төп аҙыҡ ул. Шуға ла электән уны үҫтереүселәр — игенселәр хеҙмәте оло баһаланған.
Эйе, икмәкһеҙ бер генә көн дә йәшәп булмай. Уның ҡәҙерен айырыуса аслыҡты кисереүселәр яҡшы аңлай. Ул дәүерҙәр ҡабатланыуын һис теләмәйбеҙ, әммә йәш быуынға икмәк ҡәҙерен аңлатыу, уны ололарға өйрәтеү — беҙҙең бурыс.
16 октябрь Икмәк көнө билдәләнә. Ошоно иҫәптә тотоп, балалар баҡсаһындағы сираттағы бер көн нәҡ ил байлығына — икмәккә арналды, бай мәғлүмәтле асыҡ дәрес уҙғарылды. Балаларға икмәктең нисек үҫкәне, уның ниндәй ауырлыҡтар менән беҙҙең өҫтәлгә килеп эләгеүе хаҡында бәйән ителде. Шулай уҡ икмәк тураһында шиғырҙар менән таныштылар, йомаҡтар ҡойҙолар. Киләсәктә оло хеҙмәт емеше булған икмәкте улар тағы ла нығыраҡ ҙурлар, ҡәҙерләр тип ышанғы килә.

ИКМӘК ҠӘҘЕРЕ
ИКМӘК ҠӘҘЕРЕ
ИКМӘК ҠӘҘЕРЕ
ИКМӘК ҠӘҘЕРЕ
ИКМӘК ҠӘҘЕРЕ
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: