+16 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Октябрь 2021, 10:49

Өфөлә сәләмәтлектәре сикләнгән балалар анимацион йәнһүрәт төшөргән

Ойоштороусылар балаларҙы йәнһүрәт төшөрөү процесына башҡорт телен өйрәнеү, башҡорт риүәйәттәре, легендалары менән таныштырыу маҡсатында йәлеп иткән.

Өфөлә сәләмәтлектәре сикләнгән балалар анимацион йәнһүрәт төшөргән
Өфөлә сәләмәтлектәре сикләнгән балалар анимацион йәнһүрәт төшөргән

Анимацион фильмдарҙы төшөрөүҙә мөмкинлектәре сикләнгән 21 бала һәм 10 волонтер ҡатнашҡан.

Анимацион фильмдар ике вариантта – башҡорт телендә һәм туған телдә урыҫ титрҙары менән яһалған, бер нисә эш алымы (пластилинография, аппликация, ҡом һәм пиксель анимация) ҡулланылған.  “Ғәҙел Нәүширван һәм йомарт Хатамтай”, “Өс түңәрәк икмәк”, “Торналар йыры”, “Ағиҙел һәм Яйыҡ”, “Ете ҡыҙ” тигән биш анимацион фильм күрһәтелде лә инде.

Ойоштороусылар балаларҙы йәнһүрәт төшөрөү процесына башҡорт телен өйрәнеү, башҡорт риүәйәттәре, легендалары менән таныштырыу маҡсатында йәлеп иткән.

Балалар төшөргән анимацион фильмдарҙы “Ломая барьеры” үҙәгенең Ютуб-каналында ҡарарға мөмкин.

 

 

 

Фото: https://vk.com/kulturarb

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: