Билдәле булыуынса, Башҡортостан биләмәһендә 105 меңдән ашыу мари йәшәй. Башҡортостан Республикаһы мәғариф системаһында мариҙарҙың туған телдә белем алыу һәм туған телде өйрәнеү өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған. 16 районда һәм 2 ҡала округында балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә һәм йәкшәмбе мәктәптәрендә балалар туған мари телен өйрәнә.
2023 йылда Мишкә районында асыласаҡ яңы полилингваль мәктәп республикала ғына түгел, ә ил буйынса ла мари телен, мәҙәниәтен һәм тарихын тәрәндән өйрәнеү буйынса алдынғы мәктәптәрҙең береһе булып торорға тейеш.