+9 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Октябрь 2021, 17:54

Киләсәк бына ошондай егеттәребеҙ ҡулында!

Нурсолтан Хәсәнов Өфө ҡалаһының 82-се гимназияһында 2-се класта уҡый. Бынан тыш, Өфө балалар сәнғәт мәктәбендә баян һәм ҡурай кластарында шөғөлләнә, тағы ла программалау һәм тхэквондо түңәрәктәренә йөрөй.

Киләсәктә программист булырға теләй. Буш ваҡытында компьютер уйындары уйлап сығарырға ярата. Тағы ла бер яратҡан шөғөлө - "Аҡбуҙат" журналын уҡыу.

- "Аҡбуҙат" журналының бер нәмәһе генә оҡшамай - уны ай буйы көтөргә кәрәк! - тип зарланып та ала.

Журнал Нурсолтанға уҡыуҙа ла бик ярҙам итә, шуға уның һәр һанын ҡәҙерләп йыйып бара. Мәҫәлән, яңыраҡ республикалағы һәйкәлдәр тураһында мәғлүмәт әҙерләргә тигән өйгә эш бирелде. Нурсолтан оҙаҡ уйлап торманы, Бөрйән районындағы Аҡбуҙат һәйкәле тураһындағы яҙма булған йәйге һанды тотоп барып һөйләне һәм "бишле" алды.

Яратҡан баҫмаһында комикстар, тағы ла күберәк уйындар һәм башватҡыстар булыуын теләй.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: