+2 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Октябрь 2021, 15:32

Халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә нигеҙләнеп күпме яңы балалар баҡсалары, мәктәптәр төҙөлөүе билдәле була

Бөтә Рәсәй Халыҡ иҫәбен алыу башланыу уңайынан матбуғат конференцияһы үтте, мөһим һорауҙарға яуап алынды.

Халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә нигеҙләнеп күпме яңы балалар  баҡсалары, мәктәптәр төҙөлөүе билдәле була
Халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә нигеҙләнеп күпме яңы балалар баҡсалары, мәктәптәр төҙөлөүе билдәле була

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығында Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу башланыу уңайынан матбуғат конференцияһы уҙҙы. Сарала Башҡортостанстат етәксеһе Әкрәм Ғәниев, Башҡортостанстаттың халыҡ статистикаһы һәм һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире Ирина Үтәшева, иҡтисад фәндәре докторы, Башҡортостан  мәғарифты үҫтереү институты ректоры Азат Йәнгиров, журналистар ҡатнашты.

- Бындай масштаблы кампаниялар йыш үтмәй – 10 йылға бер тапҡыр ғына ойошторола. Тәүге өс көндә иҫәп алыусылар өсөн уҡыуҙар үтә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә беҙ Башҡортостанда күпме халыҡ йәшәй, уларҙың статистикаһы: милләте, ғаилә составы кеүек һорауҙарға яуап алырға тейешбеҙ. Иң мөһиме – белгестәргә сифатлы белем биреү, уларҙы эш рәтенә өйрәтеү. Быға тиклем шундай хәлдәр ҙә булды – иҫәп алыусыларҙың 46 проценты уҡыу барышында был юҫыҡта эшләүҙән баш тартты, сөнки хеҙмәт еңелдәрҙән түгел.

Халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә Милли проект кеүек ҙур һәм мөһим программалар таянып эш алып бара, - тине Башҡортостанстат етәксеһе Әкрәм Ғәниев.

Азат Йәнгиров Халыҡ иҫәбен алыу акцияһының Рәсәй тарихында элек-электән үткәрелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

- Халыҡ иҫәбен алыу ойошторолоуы дәүләттең ниндәй күләмдә балалар баҡсалары, мәктәптәр төҙөргә, нисә өҫтәлмә эш урындары булдырылырға тигән һорауҙарына тәғәйен яуап алырға ярҙам, мәғлүмәт менән тәъмин итә. Тап халыҡ иҫәбен алыу әсәлек капиталы программаһын бойомға ашырыуҙа ҙур роль уйнаны, - тине ул.

Матбуғат конференцияһы барышында иҫәп алыусыларҙың тышҡы ҡиәфәте  менән дә таныштырҙылар: улар логотип төшөрөлгән күк жилетта, “Бөтә Рәсәй Халыҡ иҫәбен алыу 2020” тип яҙылған шарф таҡҡан, “Росстат” тигән яҙыулы портфель тотҡан.

Халыҡ иҫәбен алыуҙа өс ысул ярҙамында ҡатнашырға мөмкин:

- иҫәп алыусының өйгә килгәнен көтөргә;

- махсус иҫәп алыу участогына барырға;

- Күп функциялы үҙәктә (МФЦ) иҫәп алыуҙы үтергә.

Халыҡ иҫәбен алыуҙан һуң төбәктә күпме кеше йәшәүе, халыҡтың мәғариф кимәле, милләттәр, һәр милләттәге кеше һаны, йәшәү шарттары хаҡындағы мәғлүмәттәр билдәле була.

Бөтә Рәсәй Халыҡ иҫәбен алыу 15 октябрҙә башлана.

Халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә нигеҙләнеп күпме яңы балалар  баҡсалары, мәктәптәр төҙөлөүе билдәле була
Халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә нигеҙләнеп күпме яңы балалар баҡсалары, мәктәптәр төҙөлөүе билдәле була
Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: