0 °С
Снег
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Октябрь , 12:11

Миловка ауылында яңы балалар баҡсаһы асылды

«Өкөкәй»ҙә бөтә нәмә заманса!..

Миловка ауылында яңы балалар баҡсаһы асылды

Өфө районының Миловка ауылында «Өкөкәй» балалар баҡсаһы эшләй башланы. Баҡсала музыка һәм спорт залдары, методик, логопед кабинеттары, изостудия, медицина блогы, кер йыуыу урыны бар. Бында шулай уҡ сеймалдан эшләүсе аҙыҡ әҙерләү блогы ҡоролған. Бина мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн ҡулайлашҡан: пандустар һәм пассажир лифты бар.  Балалар баҡсаһы биләмәһендә күләгә япмалары ҡуйылған, заманса бәләкәй архитектура формалы һәм заманса резина япмалы төркөм майҙансыҡтары бар.  

«Беҙҙең баш ҡалаға яҡын урынлашҡан район йылдан-йыл үҙенә яңы йәшәүселәрҙе тарта. Әле беҙҙә 100 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә. Даими үҫкән халыҡ уның йәшәүе өсөн ҡулайлы шарттар булдырыуҙы талап итә. Беҙ райондың социаль инфраструктураһы замана талаптарына яуап бирһен, йәшәгән һәр бер кеше тулы кимәлдә үҫешһен һәм үҙен күрһәтһен өсөн тырышабыҙ. Был айырыуса үҙеп килгән быуынға ҡағыла. Райондың социаль яҡтан үҫешенә иғтибар биргәндәре һәм әүҙем ярҙам иткәндәре өсөн республика етәкселегенә рәхмәт белдерәбеҙ», — тине Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров.

Уның әйтеүе буйынса был яңы учреждение Миловка ауылындағы 1,5 йәштән 7 йәшкә тиклем сабыйҙарҙың балалар баҡсаһына сиратын тулыһынса юҡҡа сығара.  

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

Автор:Гульнара Мустафина