Социаль селтәрҙәрҙә һәм мессенджерҙарҙа эпидемиологик хәл һөҙөмтәһендә көҙгө каникулдар ваҡыты үҙгәрәсәк тигән хәбәр таралғайны.
Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы был хәбәрҙең дөрөҫ булмауын белдерҙе.
Каникулдар календарь уҡыу графигы буйынса үтәсәк. Сиректәр буйынса уҡығандар 29 октябрҙән 5 ноябргә тиклем ял итәсәк. Триместрҙар режимында эшләгән мәктәптәргә сираттағы көҙгө каникулдар 15 ноябрҙән 20-һенә хәтле буласаҡ.