Дәүләт гимны итеп Фәрит Иҙрисовтың "Башҡортостан" тантаналы көйө алынды. 2008 йылда гимндың һүҙҙәре лә ҡабул ителде. Авторҙары - шағир Рауил Бикбаев менән ғалим Рәшит Шәкүр. "Һәр дәүләттең символдары уның тарихын һәм йолаларын, сәйәси ҡиммәттәрен һәм өҫтөнлөктәрен сағылдыра", - ти Рәшит Шәкүр. Фәрит Иҙрисов: "Дәүләт гимнын барыһы ла белергә тейеш, ул илһөйәрлек тәрбиәләүҙә иң дөрөҫ алым", - тигән фекерҙә.
1993 йылдың 12 октябрендә Башҡортостандың дәүләт гербы ла ҡабул ителде. Уның авторы рәссам Фазлетдин Ислахов. Гербта ҡалҡып килгән ҡояш фонында милли орнаменттар менән уратып алынған Салауат Юлаевтың һәйкәле урынлашҡан. Аҫтараҡ ҡурай тажы һәм Республиканың дәүләт флагы төҫтәренә буялған таҫма урын алған.
BASH.NEWS