Сибай ҡалаһының "Тейенкәй" балалар үҫтереү үҙәгендә Республикабыҙҙың көнөнә арнап "Тыуған илем - Башҡортостан" исемле байрам иртәлеге үтте. Республиканың дәүләт билдәләре, Тыуған илебеҙ, еребеҙ тураһында балалар белемдәрен киңәйтте. Башҡорт халыҡ ижадына, йолаларына, байрамдарына ҡыҙыҡһыныу, һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү - шиғыҙар, йырҙар, бейеүҙәр, уйын, слайдтар ҡарау аша үтәлде.