Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Октябрь 2021, 09:26

БАЛАЛАР БАҠСАҺЫНДА РЕСПУБЛИКА КӨНӨ АҘНАЛЫҒЫ ҮТТЕ

"Төп маҡсат: үткәрелгән сара аша кескәйҙәрҙә тыуған илебеҙгә, туған телебеҙгә ҡарата һөйөү һәм Башҡортостаныбыҙҙа йәшәүсе халыҡтарға ихтирам тәрбиәләү..." - ти Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының "Йәйғор" балалар баҡсаһы өҫтәлмә белем биреү педагогы Йәмилә ХӘЙБУЛЛИНА.   

БАЛАЛАР БАҠСАҺЫНДА РЕСПУБЛИКА КӨНӨ  АҘНАЛЫҒЫ ҮТТЕ
БАЛАЛАР БАҠСАҺЫНДА РЕСПУБЛИКА КӨНӨ АҘНАЛЫҒЫ ҮТТЕ

11 октябрь – Башҡортостан Республикаһы көнө уңайынан беҙҙең балалар баҡсаһында бай йөкмәткеле аҙналыҡ ойошторолдо. Иң кескәйҙәребеҙ тыуған илдең тыуған ерҙән, тыуған өйҙән, атай-әсәйҙән башланыуына төшөнөп, халҡыбыҙҙың әкиәттәрен тыңлап, бармаҡ уйындары уйнап, тәрбиәселәре менән бергәләп ҡул эштәренән күргәҙмә ойошторҙолар.“Ромашка” уртансы төркөм тәрбиәләнеүселәре баҡсабыҙҙағы “Башҡорт тирмәһе” мини-музейына сәйәхәт ҡылып, башҡорт халҡының боронғо тормош-көнкүреш әйберҙәре, милли кейеме, аш-һыуҙары менән таныштылар. Темаға ярашлы төрлө аппликация, ҡул эштәре эшләнеләр, һүрәт төшөрҙөләр, дәртләнеп халыҡ уйындарын уйнап күңел астылар. “Умырзая” өлкәндәр төркөмө тыуған илебеҙ буйлап виртуаль сәйәхәткә сығып, Башҡортостаныбыҙҙың ете мөғжизәһе менән таныштылар, дәүләт символдары тураһында белемдәрен нығытһалар, ә мәктәпкә әҙерлек төркөмөндәрендә фәһемле викторина бәйгеләре үтте. Шулай уҡ өлкәндәр һәм әҙерлек төркөмдәрендә аҙналыҡты йомғаҡлау йәһәтенән матур иртәлектәр үткәрелде. Башҡорт теле уҡытыусыһы Йәмилә Фәтих ҡыҙы һәм тәрбиәселәр Әлиә Ишмырҙа ҡыҙы, Гөлсинә Хәйҙәр ҡыҙы, Рәсилә Ғәлиулла ҡыҙы тарафынан ойошторолған был иртәлектәрҙә балалар тыуған илебеҙ тураһында шиғырҙар һөйләнеләр, йырҙар йырланылар, илебеҙҙең дәүләт символдары тураһында белемдәрен нығыттылар, «Тирмә», «Йәшерәм яулыҡ», “Ҡурай” кеүек башҡорт халыҡ уйындарын яратып уйнап, йырлап-бейеп, рәхәтләнеп күңел астылар. Үткәрелгән саралар аша кескәйҙәрҙә тыуған илебеҙгә, туған телебеҙгә ҡарата һөйөү һәм Башҡортостаныбыҙҙа йәшәүсе халыҡтарға ихтирам тәрбиәләү төп маҡсат булып торҙо.

 

 

БАЛАЛАР БАҠСАҺЫНДА РЕСПУБЛИКА КӨНӨ  АҘНАЛЫҒЫ ҮТТЕ
БАЛАЛАР БАҠСАҺЫНДА РЕСПУБЛИКА КӨНӨ  АҘНАЛЫҒЫ ҮТТЕ
БАЛАЛАР БАҠСАҺЫНДА РЕСПУБЛИКА КӨНӨ  АҘНАЛЫҒЫ ҮТТЕ
БАЛАЛАР БАҠСАҺЫНДА РЕСПУБЛИКА КӨНӨ  АҘНАЛЫҒЫ ҮТТЕ
БАЛАЛАР БАҠСАҺЫНДА РЕСПУБЛИКА КӨНӨ  АҘНАЛЫҒЫ ҮТТЕ
БАЛАЛАР БАҠСАҺЫНДА РЕСПУБЛИКА КӨНӨ АҘНАЛЫҒЫ ҮТТЕ
Автор: Гульнара Мустафина
Читайте нас