Борон замандарҙан был ерҙәрҙә Көҙәй ырыуы башҡорттары йәшәй. Улар республикабыҙҙың күп райондарында көн итә: Иглин, Нуриман, Салауат һәм Силәбе өлкәһендә лә йәшәйҙәр.
Сара мәктәп менән танышыуҙан башланды. 1-4-се класс уҡыусылары йыйылған осрашыуҙа баҫманың баш мөхәррире Лариса Абдуллина уҡыусыларға ошо төбәктән сыҡҡан шәхестәр - яҙыусылар Ярулла Вәлиев, Ғайнан Хәйри, халыҡ артисы Сәүиә Сираева, Социалистик Хеҙмәт Геройы Мифтахетдин Шәймөхәмәтовтарҙың эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.
Көҙәй ырыуының ағасы - имән. Балалар баҫманың художество мөхәррире Майя Ҡәйүмова менән бергә ырыу ағасын төшөрҙө. Еңеүсе һүрәт авторы - 2-се класс уҡыусыһы Вилена Харисова һүрәте. Шулай уҡ Эмиль Зәйнуллин, Сафия Ҡолоева, Мансур Нәбиев, Вәрис Вәлиев, Билал Шәһиев, Алһыу Мәмәшева лауреат исеменә лайыҡ булды.
Мәктәптә бөгөн 115 бала белем ала. Башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнәләр.
Мансур Нәбиев, Вилена Харисова, Сафия Ҡолоева, Нәркәс Ғарипова, Мөхәммәт Әлмөхәмәтов, Радим Вәлиев, Артем Шәйҙуллин, Билал Шәһиев шиғыр һөйләне. Эмиль Зәйнуллин шәжәрәһе менән таныштырҙы. Шәжәрәһен өйрәнеүселәр ҙә бар. Ырыуҙың батыры Салауат Юлаев - ул азатлыҡ символына әүерелгән шәхес. Уның тураһында балалар яҡшы белә. Ана шулай халҡы шәхестәре рухында, миҫалында үҫһен балалар! Башҡортостан Башлығы грантына төшөрөлгән "Урал батыр" йәнһүрәтен балалар бик яратып ҡараны.