Һеҙҙең өсөн шағирҙың әҫәрҙәре яңғыраясаҡ, республиканың иң яҡшы артистары һәм коллективтары үҙ сығыштары менән арҙаҡлы шәхесебеҙгә дан йырлаясаҡ. Тамашаға килегеҙ һәм режиссер, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Булат Йосоповтоң фильмындағы шағир образын тәүгеләрҙән булып күрегеҙ.
Кисәлә «Дәрүиш хан», «Карауанһарай» төркөмдәре, ҡурайсы Роберт Юлдашев, йырсылар Фәрүәз Урманшин, Азат Йыһаншин, Гөлсөм Бикбулатова, Ринат Фәттәховтар сығыш яһай. Рәми Ғарипов шиғырҙарын Арыҫлан Ҡырымсурин, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр, Рус драма театрҙары актерҙары уҡыясаҡ.
Кисәне онлайн ҡараған тамашасылар өсөн фильмға ярҙам итеү мөмкинлеге һаҡлана. Концерт эфирында реквизиттар күрһәтеләсәк. Фильм төшөрөүгә һеҙ ҙә үҙ өлөшөгөҙҙө индерә алаһығыҙ. Ярҙам иткән һәр кемдең исем-шәрифе фильмдың титрҙарында билдәләнәсәк.
Билеты на «Килер бер көн» 14.10.2021 ГКЗ «Башкортостан» концерт в Уфе — Яндекс.Афиша (yandex.ru)