Проект төрлө мәктәп вәкилдәренең “аудиоалышы” форматында үтә.
Проект сиктәрендә конкурс алдынан онлайн форматта үҙенсәлекле оҫталыҡ дәрестәре буласаҡ. Унда һин:
♦«Риторика нигеҙҙәренә»
♦«Кадрҙа эшләргә»
♦«Телмәр техникаһына»
♦«Ижади фекерләргә» өйрәнәсәкһең.
Был дәрестәрҙә уҡыусылар башҡорт телен ҡулланыу өлкәһен киңәйтә торған күнекмәләр һәм оҫталыҡтарҙы үҙләштерә, ирекле сығыш яһарға, башҡорт телендә уй-фекерҙәрҙе һәм идеяларҙы сағылдырырға өйрәнәсәк.
Конкурста 5-9 класс уҡыусылары ҡатнаша ала. Ғаризалар 2021 йылдың 1 ноябренә тиклем govorunonline.ru сайтында ҡабул ителә.
“Һөйләнсек” проекты “Медиоформат” мәғлүмәт сараларын популярлаштырыу буйынса балалар һәм үҫмерҙәр үҙәге, “Телешко” балалар телевидение мәктәбе һәм “Тамыр” телеканалы тарафынан ойошторола. Башҡортостан халыҡтары һәм дәүләт телдәрен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү буйынса республика грантына тормошҡа ашырыла.