Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Октябрь 2021, 17:10

Рәсәй төбәктәрендә тел өйрәнеү буйынса ярҙам үҙәге асыла

8 октябрҙә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназия-интернаты базаһында Рәсәй төбәктәрендә башҡорт телен өйрәнеү буйынса ярҙам үҙәге асыла.

Рәсәй төбәктәрендә тел өйрәнеү буйынса ярҙам үҙәге асыла
Рәсәй төбәктәрендә тел өйрәнеү буйынса ярҙам үҙәге асыла



Үҙәк дөйөм белем биреү ойошмаларының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына, мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары педагогтарына, өҫтәмә белем биреү учреждение педагогтарына, Рәсәй төбәктәренең башҡорт йәмғиәт ойошмалары вәкилдәренә мәғлүмәти, фәнни-методик һәм консультация ярҙамы күрһәтеү маҡсатынан ойошторола.

Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты педагогтары, региональ үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, индивидуаль программалар, башҡорт теле әсбаптары авторҙары булараҡ сығыш яһаясаҡ, онлайн-дәрестәр, оҫталыҡ дәрестәре һәм интерактив дәрестәр үткәрәсәк. Рәсәй региондарында башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре селтәре эшләй башлауға булышлыҡ итәсәк.


Үҙәк тарафынан шулай уҡ “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” фәнен уҡытыу эше ойоштороласаҡ, ул Рәсәй төбәктәренең дөйөм белем биреү ойошмаларында белем алыусы уҡыусылар өсөн өҫтәмә дөйөм белем биреү программаһын ғәмәлгә ашырыуҙың селтәрле формаһын ҡулланып эшләйәсәк. Татарстан Республикаһы, Силәбе, Ҡурған өлкәләре һәм ХМАО-Югра дөйөм белем биреү ойошмалары әлеге уҡыу формаһын ғәмәлгә ашырыу буйынса партнер-мәктәптәр булып тора.
Беренсе дәрес 2021 йылдың 8 октябрендә үҙәк рәсми рәүештә асылғандан һуң уҙасаҡ.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: