+4 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Октябрь 2021, 14:20

12 октябрҙән республикабыҙ мәктәптәптәре ғәҙәттәгесә уҡый башлай

Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 12 райондың уҡыусылары традицион формаға кире әйләнеп ҡайтҡан да инде. Тағы ла 3 муниципалитеттағы белем усаҡтары 12 сентябрҙән ғәҙәттәге белем алыуға күсәсәк.

12 октябрҙән республикабыҙ мәктәптәптәре ғәҙәттәгесә уҡый башлай
12 октябрҙән республикабыҙ мәктәптәптәре ғәҙәттәгесә уҡый башлай

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә республика биләмәһенә коронавирус инфекцияһы индереүгә һәм  таралыуға юл ҡуймау буйынса оператив штаб йыйылышында шулай хәл ителде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, коронавирус инфекцияһына бәйле хәлдәрҙең ҡатмарлашып китеүе сәбәпле,  27 сентябрҙән V, VI, VII, VIII һәм X синыфтар өсөн 14 көнгә дистанцион уҡыу рәүеше индерелгәйне. Республика буйынса 206 мәктәп, 2 мең 689 синыф, 63 мең 944 уҡыусы өйгә уҡыуға күсерелде.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: