7 октябрҙә Республика көнө алдынан “Ашҡаҙар” радиоһының тура эфиры Башҡортостан тарихына бағышланасаҡ. Бер көн эсендә туған республикабыҙ тарихынан әллә күпме яңы һәм ҡыҙыҡлы нәмәләр белергә мөмкин буласаҡ! Мәҫәлән, урта быуат ҡалаһы менән Өфө араһында ниндәй бәйләнеш бар? Ни өсөн Бөйөк Ебәк юлының көнсығыш тармағы беҙҙең яҡтарҙан үткән? Ул ваҡыт сауҙагәрҙәре нимә менән һатыу иткән? Ни өсөн археологик ҡаҙыу эштәре ваҡытында дөйә һөйәктәре йыш осрай? Ошо һәм башҡа үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптарҙы “Ашҡаҙар” радиоһында Марат Зөлҡәрнәевтың “Минең Өфөм” программаһынан табырһығыҙ.
Танылған ғалим Рим Янғужиндың аҡса янсығының юҡҡа сығыуы БДУға нигеҙ һалыу йылын билдәләүгә ни рәүешле бәйләнгән? Был хаҡта “Ашҡаҙар” радиоһы журналисы Фәнүзә Баһауетдинова “Беҙҙең донъя” программаһында бик ҡыҙыҡлы формала һөйләйәсәк.
Ирек Аҡманов - фәндең киләсәге - хеҙмәт юлын... йөксө булараҡ башлай! Ә уның мауығыуы – яратҡан эше. Ирек Аҡмановтың биографияһынан тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ факттарҙы белергә теләһәгеҙ, журналист Зөмәйрә Сафинаның “Ижади портрет” тапшырыуын ҡарарға онотмағыҙ!
“Марат Ҡолшәрипов, Юлдаш Йосопов, Азамат Аҡъюлов, Ринат Йосопов, Әнүәр Әсфәндиәров, Айтуған Аҡманов... Был исемлекте оҙаҡ дауам итергә мөмкин. Бөйөк исемдәрҙе һанауҙан ғына ла тауыш ҡалтырай башлай. Беҙ бөгөн республикабыҙ һәм халҡыбыҙ тарихын ана шулай яратып, үҙ-үҙҙәрен аямай, бөртөкләп йыйыуҙарын дауам иткән хөрмәтле ғалимдарыбыҙ алдында баш эйәбеҙ. Беҙҙең радиоканалда - “Башҡортостан радиоһының алтын фонды”нан материалдар. Улар халыҡ йырҙары менән сиратлашып барасаҡ”, - ти “Ашҡаҙар” радиоһы етәксеһе Гәүһәр Батталова.
Радиостанцияның киләһе эфирҙары халыҡ мәғарифына һәм ретро-йырҙарға бағышланасаҡ. Быларҙың барыһы ла “Ашҡаҙар” республика радиоһында ғына. Беҙҙең менән һәр ваҡыт ҡыҙыҡ!
Тура эфирҙа эшләйбеҙ: 8(347) 2461-481!