Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Октябрь 2021, 23:49

Сир яңы тыуған сабыйҙарҙы ла аямай...

Covid-19 ололарҙы ла, йәштәрҙе лә аямай. Өсөнсө һәм дүртенсе тулҡынға балалар ҙа эләгә. Уҙған йылда коронавирус менән ауырыған балаларҙың һаны аҙ булһа, быйыл был күрһәткес бер нисә тапҡырға артҡан.

Сир яңы тыуған сабыйҙарҙы ла аямай...
Сир яңы тыуған сабыйҙарҙы ла аямай...

  Быйылғы йылдың июленән яңы тыуған балаларҙа коронавирус инфекцияһы осрағы 0-дән 1 айға ҡәҙәр артҡан. Шул сәбәпле, Өфөнөң 17-се Ҡала клиник балалар дауаханаһы базаһында иң бәләкәй пациенттар өсөн инфекцион госпиталь асыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Госпиталь эшләй башлағандан бирле 39 яңы тыуған сабый ҡабул ителгән, 24 бәләкәй пациент һауығып сыҡҡан.

Инфекцион бүлектә 11 видеокамера урынаштырылған, 9-ҙы – палаталарҙа, 2-һе – коридорҙа.  Zoom платформаһында балаларҙың хәл-торошо тураһында ата-әсәләргә белдереп торола. Был табиптарға ла, сабыйҙары өсөн борсолған ата-әсәләргә лә уңайлы. ПЦР тесының кире һөҙөмтәһен алғандан һуң, сабый яңы тыуған балаларҙың патология бүлегенә артабан дауаланырға күсерелә.

 

Ирина Тихонова, 17-се Ҡала клиник дауханаһының яңы тыуған балалар инфекция бүлеге мөдире.  

- Беҙҙең бүлек иң бәләкәстәр өсөн асылды. Яңы ғына тыуған мәленән ҡабул итәбеҙ.

- Балалар йышыраҡ ҡайҙан килә?

- Өйҙән. Өлкәндәр ауырый, унан балаларға йоға. Ауылдарҙан да, ҡалаларҙан да барҙар.

- Балалар ауырыуҙы еңелерәк үткәрә, тигән фекер йәшәй?

- Был яңылыш фекер. Уларҙың бер өлөшө ашҡаҙан-эсәк тракты зарарланыу симптомы менән килә, икенсе өлөшө киҫкен-респиратор вирус инфекцияһы менән. Балалар һәр ваҡыт кислород етмәү (гипоксия) кисерә, һәм күбеһен гипервозбудимость синдромы оҙата бара.

- Госпиталь асылғандан һуң берәй ҡатмарлы осраҡ булдымы?

- Иң ауыры – бала реанимацияға китһә, уны яһалма вентиляция аппаратына тоташтырһалар... Бер сабыйҙы температура менән алып килделәр, ата-әсә уның тынғыһыҙға әйләнеүен һөйләп бирҙе. Был баланың бер үпкәһе бөтөнләй эшләмәй ине. Сабый әле лә ауыр хәлдә, реанимацияла 15 көндән артыҡ ята инде.

 

Регина Федорова, балалар буйынса баш табип урынбаҫары

- Беҙҙең бүлек 10 балаға иҫәпләнгән, реанимацион койкалар һорау буйынса. Таҙа зонала интенсив терапия үткәндән һуң дауаланалар.  

Әгәр ПЦР һөҙөмтәһе тиҫкәре булһа?

- Бындай балалар таҙа зонала дауалана. ОРВИ симптомдары булған бөтә балалар ҙа ковидҡа тикшерелә. Йоғошло ауырыуҙар бүлегендә уларға КТ яһайбыҙ.

Яңы тыуған балаларҙы дауалау ауыр, сөнки улар айырым иғтибар талап итә. Өлкәндәр дауалана торған барлыҡ препараттар ҙа балаларға тура килмәй.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: