+8 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Октябрь 2021, 11:04

Хөрмәтле уҡытыусыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ!

Кисә, Уҡытыусылар көнө уңайынан, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында "Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары" конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы иңенә айырыуса ҙур яуаплылыҡ һалынған: ул тел нескәлектәрен генә биреп ҡалмай, шул уҡ ваҡытта халҡыбыҙ йолаларын да бала хәтеренә һалып ҡуя, тарихыбыҙға ла ҡағыла, ғөрөф-ғәҙәт, легенда-риүәйәттәрҙе лә ситтә ҡалдырмай, телгә һөйөү ҙә тәрбиәләр кәрәк... Исеме ошо еңеүселәр араһында булған М. Кәрим исемендәге 158-се гимназия уҡытыусыһы Игелекова Айгөл Иршат ҡыҙы үҙенең башҡорт телен уҡытыу алымдары менән ихлас уртаҡлашты.

Хөрмәтле уҡытыусыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ!
Хөрмәтле уҡытыусыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ!

“Балаларҙы башҡорт теленә ылыҡтырыу өсөн яңынан-яңы алымдар ҡулланыр кәрәк. Элеккесә, китаптан ғына нимәгәлер өйрәтеп булмай балаларҙы. Әйтәйек, яңы быуын авторҙарының хәҙерге заманды һүрәтләндергән, бөгөнгө проблемаларҙы яҡтыртҡан әҫәрҙәре бирелгән дәреслектәр сыға башлаһа, бик яҡшы булыр ине. Класта саф башҡорт балалары ғына ултырмай, шуға ла телебеҙгә кире ҡараш тыуҙырмаҫ өсөн күп темаларҙы бүтән телдәр аша, сағыштырыуҙар аша өйрәтергә тура килә. “Әлләсе”, “Портрет” тапшырыуҙарын үткәрәбеҙ, башҡортса йәнһүрәттәрҙе ҡулланабыҙ. Шулай уҡ телебеҙҙе ихтирам итеп өйрәнеүселәргә хат яҙҙырам. Вячеслав Чернев миҫалында телгә һөйөү тәрбиәләргә тырышам. Миндә практика үтте Вячеслав. Балаларҙың ҡайһы берҙәре уны иҫләй. Бәйләнештә селтәрендә башҡортсалап уларға рәхмәт яҙалар балалар. Инша яҙып килергә тиһәң, тапалған алым, ә бында бала ошо шәхестәргә хат яҙа (ул да инша кеүек бит), шунан уларҙан яуап көтә. Бигерәк тырышып яҙғанына улар яуап бирә. Ошо осраҡта мин ике биште баланың хаты өсөн ҡуям, ябай иншаға - бер биш. Әгәр кемдер яуап яҙып ебәрһә, балаға өс бишле ҡуям. Алдан шулай өс биш ҡуям тиһәң, тырышып яҙалар.  Текстарҙы тәржемә итергә биреп ҡайтарыу ҙа ҡыҙыҡ түгел бөгөн, шуға ла, хәҙер бит интернет заманы, төрлө һүҙлектәрҙе ҡулланып, эҙләнеү эштәре биреү отошлораҡ. QR-кодтар ҡулланыу балаларға бик оҡшай...”

Әйткәндәй, Айгөл Иршат ҡыҙы бына ошо QR-кодтар ҡулланыуҙы үҙе индергән дә инде. Бының өсөн гимназияла айырым кабинет булдырылған. Бер стена тотош QR-кодтарҙан тора. Нимә ҡыҙыҡһындыра (әҙәбиәт, энциклопедия, тарих), барыһын да табырға мөмкин. Хатта З. Вәлиди исемендәге милли китапханаға инеү мөмкинлеге алғандар. Уҡыусыларға бик оҡшай был кабинет.

Ә Айгөл Иршат ҡыҙының үҙенең кабинеты М. Бураҡаева исемен йөрөтә. Ул халҡыбыҙҙың үткәнен сағылдырыусы мөйөш булып тора. Кабинеттағы экспонаттарға ла QR-кодтар ҡуйып сығылған. Уҡыусы үҙен ҡыҙыҡһындырған әйбер тураһында еңел генә уҡып таныша ала.

Айгөл Игелекова, әлбиттә, бөгөнгө уңыштарына бер көн эсендә өлгәшмәгән. Был юлда әллә күпме тәжрибә уртаҡлашыуҙар, уйланыуҙар, йоҡоһоҙ төндәр, яңылышыуҙар, өйрәнеүҙәр, табыштар ята. Шуға ла уның коллегалары менән уртаҡлашыр уңышлы, сифатлы, һөҙөмтәле эштәре күп...

Ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа барлыҡ уҡытыусыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ, уларға еңел булмаған, әммә яуаплы, кәрәкле эштәрендә уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ, бәрәкәтле тормош юлы теләйбеҙ. Уҡытыусы - ул белем иленә алып инеүсе, яҡты киләсәккә әйҙәүсе.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: