+4 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Октябрь 2021, 13:59

Алты йылда 300 мәктәп ремонтланасаҡ

Әлеге ваҡытта 25 мәктәптә капиталь ремонт эштәре бара.  

Алты йылда 300 мәктәп ремонтланасаҡ
Алты йылда 300 мәктәп ремонтланасаҡ

Мәктәптәрҙе комплекслы ремонтлау 2022-2026 йылдарҙа дөйөм белем биреү ойошмалары биналарын капиталь ремонтлау буйынса федераль программаһы сиктәрендә планлаштырылған. Программаны ашырыу БР Хөкүмәтендә премьер-министр Андрей Назаров етәкселеге аҫтында уҙған кәңәшмәнең төп темаһы булды.

Республика был эште 2020 йылда башланы. Төбәк Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән пилот режимында мәктәптәрҙең (шул иҫәпкә аҙыҡ әҙерләү блоктары, спорт залдарына ремонт яһау ҙа, биналар яңы территорияларын төҙөкләндереү эштәре лә, ҡоролмалар һатып алыу ҙа керә) комплекслы ремонты старт алды”, - тип билдәләне Андрей Назаров.

Быйыл 280 мәктәптең аҙыҡ әҙерләү блоктары ҡоролмалары яңыртылыуын да хәбәр итте. Әлеге ваҡытта 25 мәктәптә капиталь ремонт эштәре бара.

 

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: