+20 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Октябрь 2021, 20:07

Иң яҡшы башҡорт һәм рус теле уҡытыусылары бүләкләнде

Бөгөн Өфөлә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында  Уҡытыусылар көнө уңайынан "Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары" конкурсы еңеүселәре бүләкләнде.

Иң яҡшы башҡорт һәм рус теле уҡытыусылары бүләкләнде
Иң яҡшы башҡорт һәм рус теле уҡытыусылары бүләкләнде

Һөҙөмтәле профессиональ эшмәкәрлек һәм Башҡортостанда мәғариф үҫешенә өлөш индергәне өсөн иң яҡшы 50 башҡорт теле һәм рус теле уҡытыусыһына 50-шәр мең һум күләмендә премия тапшырылды.

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин педагогтарҙы байрам айҡанлы ҡотланы, тынғыһыҙ эштәрендә уңыштар теләне: “2007 йылдан башлап йыл һайын иң яҡшы башҡорт теле һәм рус теле уҡытыусыларын бүләкләйбеҙ. Ошо йылдар эсендә иң яҡшыларҙың пьедесталында 700 уҡытыусы баҫып торҙо. Бөгөн был исемлек тағы 50 педагогтың исеме менән тулыланды. Улар үҙҙәренең һөнәри оҫталығы, үҙ фәнен сифатлы уҡытыуы, уҡыусылар менән эшләгәндә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүе менән республиканың дәүләт телдәрен үҫтереүгә ҙур өлөшөн индерә”, - тине ул.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: