Был байрам көҙгө уңыш йыйыу эштәре тамамланғас, көн менән төн тигеҙләшкән мәлдә үткәрелә.
Музыка залы көҙгө биҙәктәр менән матур итеп биҙәлгән. Осрашыу доғанан башланды. Атай-олатайҙарыбыҙҙа борон-борондан һәр эште доғанан башлағандар бит.
Балаларҙың йәшелсәләр менән ярышыуы, күпертеп бешерелгән икмәк, балаларҙың тыпырлатып бейеүҙәре, йырҙары, шиғырҙары байрамға йәм генә өҫтәне. Көҙ тураһында һынамыштар, юрамыштар ҙа әйттеләр. Балалар бик зирәктәр, яуаптарын тиҙ генә табалар. Иң мөһиме шул: был байрам балаларға икмәк ниндәй ҡыйынлыҡ менән табылыуын, эшләгән кешенең өҫтәле һәр ваҡыт мул булыуын, көҙҙөң дә үҙенең матурлыҡтары бар икәнен аңлата.