Етем балаларҙы һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү республика етәкселегенең өҫтөнлөклө бурыстарының береһе булып ҡала. Һәм был бурыс планлы рәүештә үтәлә. Быйыл дәүләт программаһы буйынса район хакимиәте 5 фатир һатып алған. Йыл аҙағына тағы 4 фатир һатып алыу планлаштырыла.
Яңы йортҡа күсеүселәрҙе ҡотлаған етәкселек үҙ фатирың булыу киләсәктә бәхетле тормош өсөн бик яҡшы старт майҙансығы икәнен билдәләп үтте. Йәш быуынға өйҙәрендә тыныс тормош, ғаилә именлеге һәм йорт эсендә һәр ваҡыт балалар көлөүе яңғырап тороуын теләне.