4 октябрҙән 22-һенә тиклем «Бәйләнештә» социаль селтәрендә онлайн форматта «Белем» Төбәк-ара мәғариф фестивале үтәсәк.
Унда ҡатнашыу өсөн һылтанма буйынса махсус төркөмдә https://vk.com/belem2021 теркәлергә кәрәк. Фестивалдең рәсмит төркөмөндә көн һайын көндөҙгө 12:00 киске һигеҙгә тиклем балалар өсөн видеоэкскурсия, оҫталыҡ дәрестәре, интерактив дәрестәр, мауыҡтырғыс викторина, билдәле шәхестәр менән әңгәмәләр ойоштороласаҡ. Иң әүҙем ҡатнашыусыларға бүләктәр ҙә ҡаралған.
Фестивалдең төп маҡсаты Башҡортостанда эшләп килгән дөйөм белем биреү учреждениеларын республиканан ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙгә танытыу. Шулай уҡ балаларҙа теүәл фәндәргә, интеллектуаль үҫешкә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Республиканан ситтә йәшәгән ата-әсәләр! Тап һеҙҙең балалар өсөн ойошторолған фестивалде иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ, бергәләп рухлы, телһөйәр быуын тәрбиләйек!